Икенсе көн был икәү хәйерсе генә кешеләрҙең йортона килә. Әммә был кешеләр бик ҡунаҡсыл булып сығалар. Ирле-ҡатынлы фәрештәләр менән барлы-юҡлы ризығы менән уртаҡлаша һәм үҙҙәре йоҡлаған түшәгенә урын йәйә.
Иртәнсәк фәрештәләр хужаларҙың илашып ултырғанын күрә. Ашатҡан да, туйҙырған да берҙән-бер һыйырҙары үлеп ятҡан була.
Фәрештәләрҙең йәше өлкәненә һораулы ҡарашын төбәй:
- Нисек инде? Йәнә ғәҙелһеҙлек. Тәүге ир бик бай, тик һин уға ярҙам иттең. Ә бына ғаилә фәҡир йәшәүенә ҡарамаҫтан берҙән-бер һыйырҙарының үлеүенә юл ҡуйҙың. Ниҙән?
- Былар тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай күренә. Беҙгә баҙҙа урын йәйгәс, тишекте яманым. Әгәр ул ҙурайһа, алтын килеп сығыр ине. Мин уны нығыраҡ ямап ҡуйҙым. Сөнки уға изгелек эшләгем килмәне. Ә бына был йортта йоҡлаған саҡта үлем фәрештәһе хужабикә артынан килде, мин уға һыйырҙы бирҙем.
-7 °С
Ҡар