Район үҙәгенән кискә ҡалып ҡайтырға тура килде. Ҡайтҡас атты картуф баҫыуы артындағы ҡурғы аша сығарып, тышап ебәрергә кәрәк. Ҡурғы – бик тәрән соҡор, аҫтында сылтырап ағып ятҡан бәләкәй генә шишмәһе лә бар. Һыуы һәр саҡ тап-таҙа, һалҡын. Халыҡ шул һыу менән ҡатыҡ шыйыҡлап айран эсә. Ҡурғы аша башҡа ауылдарға барырға тура һуҡмаҡ юлы бар. Төндәрен үткәндә урман эсе шомло, ҡап-ҡара булып ята. Ул соҡор тураһында кешеләр төрлө хикмәтле әкиәттәр, ҡурҡыныс хәлдәр һөйләйҙәр. Ул ҡурғы соҡороноң ен-эйәһе бар тигән хәбәрҙе әленән әле һөйләп торалар. Имеш, теге бер кешегә – бер ҡиәфәттә, икенсеһенә – икенсе ҡиәфәттә, өсөнсөһөнә бөтөнләй өсөнсө төрлө күренгән. Ә атайым ул юлды төрлө ваҡытта, төрлө ҡиәфәттә, төрлөсә үткәне бар. Әммә ул затты күреүе тураһында бер ҙә һөйләгәне юҡ ине.
“Шулай, атты етәкләп, әкрен генә соҡорға төштөм, малҡайымды эсереп, икенсе яҡтан, ағастар араһынан, һуҡмаҡ буйлап өҫкә күтәрелдем. Аттың муйынынан тышауын алып, аяғына урай ғына башлағайным, аҫта ниндәйҙер шомло тауыш ишетеп ҡалдым: “Әһә, әһә,әһә…” Сүгәләп ултырған килеш, ат эргәһендә тышауымды тотоп, ни булырын көтөп ултырам. Ат та үлән ашап торған еренән, башын күтәреп, тыңлай башланы. Ә тауыш һаман миңә яҡынайып, өҫкә күтәрелә. Минең әллә ниҙәр уйлауҙан, сәстәрем үрә тороп, кәпәсем өҫкә күтәрелә башланы: “Ысынлап та, кеше һөйләгәндәр дөрөҫмө икән ни? Ниңә быға тиклем миңә бер ҙә күренмәгән ул, “ен-шайтан?” Теге нәмә тауға тиклем менде лә, тыныс ҡына ултырҙы. Эт, беҙҙең эт, тиер инең, ул бәйле, бәйҙә тороп ҡалды. Шул саҡ ат та тынысланып, яңынан үлән ашай башланы. Мин дә үҙемде һынап ҡарар өсөн: “Джик!” – тигән булдым. Исемен ишеткәс, теге “ен” дә аҙ ғына шыңшып, иркәләнеп минең янға килде. Ул нисектер бәйенән ысҡынып, минең арттан килгән икән. Ҡайтҡанда инде бергә ҡайттыҡ”.
https://ashkadar.com/articles/unan-bynan-tegen-n-/2019-08-06/dzhik-82571