- Мәҫәлән, өйҙә һыҙғырырға ярамағанды беләһегеҙме? Элек беҙҙең ата-әсәйҙәр: “Бәхетһеҙлек теләп, барлы-юҡлы аҡсаны елгә осороп, өйҙә һыҙғырмағыҙ”, - тип асыулана торғайнылар. Был ысынлап та шулай, һыҙғырыу йортҡа кире энергетиканы йәлеп итә, аҡса бал юҡ-барға бөтөп кенә торасаҡ.
- Өҫтәлде ҡағыҙ менән һөртмәгеҙ, был - ыҙғыш-талашҡа, бәхәскә килтерә.
- Асҡысты өҫтәлгә һалырға һәм уның менән туҡылдатырға ярамай – эргә-тирәләгеләр менән бәхәсләшеүҙән башығыҙ сыҡмаҫ.
- Өйҙә иҙәнде түрҙән ишеккә табан һеперергә кәрәк, шулай иткәндә насарлыҡтар китер, бәхәстәр булмаҫ.
- Өйҙә сит кешегә һауыт-һаба, иҙән йыуырға ҡушмағыҙ, яҡшы энергетика юҡҡа сығыр.
- Сытырығыҙҙы (зонт) өйҙә асып ҡуйып киптермәгеҙ, күҙ йәше түгелер.
- Бысаҡты бүләк итергә ярамай, ыҙғыш-талаш булыуы ихтимал.
- Бысаҡты һәм сәнскене өҫкә ҡаратып һалһаң, яуызлыҡ көт.
- Ватыҡ көҙгө тотмағыҙ, ватыҡ көҙгөгә ҡарамағыҙ, хатта һүрәт төшөрөлгән көҙгө һатып алырға ла ярамай - бәхетһеҙлек килтерә, энергетиканы боҙа, хатта көҙгөләге таптар тормошоғоҙҙа сағылыуы ихтимал.
- Иртән ятҡан урынығыҙҙы йыйыштырырға онотмағыҙ. Көнөгөҙ ыҙғыштан, аңлашылмаусанлыҡтан башланыр, көн дауамында бәхетһеҙлек эҙәрлекләр.
- Төнгөлөккә өҫтәлдә ҡалдырылған бысаҡ - ыҙғышҡа.
- Ашарға бешергәндә кәйефегеҙ күтәренке, уй-ниәттәрегеҙ яҡшы булһын. Кәйефегеҙ булмаһа, һеҙ яҡындарығыҙҙы тәмле аш урынына, киреһенсә, насар энергия менән һыйлаясаҡһығыҙ.
- Стаканда кемдер эсеп бөтмәй ҡалдырған һыуҙы, сәйҙе эсмәгеҙ. Сөнки ҡалған һыуҙағы насар энергетика һеҙгә күсә.
Тормошобоҙға бәйле ошо ябай ғына кәңәштәрҙе иҫтә тотһағыҙ, күңелегеҙ тынысланыр, кәйефегеҙ күтәрелер.