-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Октябрь , 08:00

Мөслим хәҙистәр йыйынтығы

*Пәйғәмбәребеҙҙән (салаллаһу ғәләйһи үә ссәләм) еткерелә:*«Кем Аллаһ Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана, шул хәйерле һүҙ һөйләһен, йә өндәшмәһен»

Мөслим хәҙистәр йыйынтығы
Мөслим хәҙистәр йыйынтығы

Шундай осраҡтар була: үҙебеҙгә ҡағылмаған, икенсе кеше тураһында булған һөйләшеүҙә ҡатнашырға тура килә.

Бер ниндәй файҙа килтермәгән, үҫеш бирмәгән, фекерләү ҡеүәһен үҫтермәгән бындай аралашыу ҡәҙерле ваҡытыбыҙҙы ала. Ниндәйҙер кеше, йә булмаһа ваҡиғаны насар яҡтан һүрәтләү ғәйбәткә әйләнә һәм күп энергиябыҙҙы сарыф итәбеҙ.

Ә Пәйғәмбәребеҙҙең (салаллаһу ғәләйһи үә ссәләм) түбәндәге хәҙистә әйткән һүҙҙәре, йәки Сөннәте, ваҡыттың ҡәҙерен белергә, күңел сафлығын һаҡларға, иманды нығытырға өйрәтә.

Ваҡытты файҙалы итеп үткәреү, мәҫәлән: Ҡөръән уҡыу, зикер әйтеү, мохтаждарға ярҙам итеү, донъяуи эштәр эшләү менән мәшғүл булайыҡ, ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр.

Автор:
Читайте нас: