-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь , 15:30

ИМАНЫМ ОСТО

Бер подъезда йәшәгән Тимербикә әбей менән гел иҫәнләшеп, хәл-әхүәл һорашып йөрөйөм. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик теремек, май ҡояшы һымаҡ гел йылмайып, ихлас һөйләшкән ханым үҙенә магниттай тартып тора. Бер кис өй янындағы майҙансыҡта балаларымдың уйнағанын күҙәтеп ултырһам, хәбәрен һөйләй-һөйләй эргәмә килеп ултырҙы.

ИМАНЫМ ОСТО
ИМАНЫМ ОСТО

- Әл дә рәхәтләнеп башҡортса аралашырға һин бар әле, ҡыҙым. Һинең менән һөйләшеп ултырһам, тыуған ауылыма ҡайтҡандай булам. Һис бер тартынмай, үҙебеҙсә һөйләшеүгә етәме ни ул! Беҙҙең тел бик боронғо, әлмисаҡҡа уҡ барып тоташа, шуға ла үҙенә бер башҡа моңло ла, наҙлы ла, һығылмалы ла. Башҡорт теленә генә хас өн-хәрефтәр изге китабыбыҙ Ҡөрьәндә лә бар икән, шуға хайран ҡалғайным. - Мин ризалашып, баш ҡағам.
- Тел һәм дин бер-береһенә тығыҙ бәйләнгәненә мин йәш саҡта уҡ ныҡ инандым. Бөгөн бер ваҡиға иҫкә төштө әле., ҡыҙым. Ул аяныслы тарихты иҫләргә яратмаһам дә ололарға ғибрәт, йәштәргә фәһем булһын тип, бәйән итәйем әле. - Бер быуатҡа яҡын йәшәп, күпте күргән, төрлө михнәттәр кисергән әбейҙең ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та тормош хәтирәләрен тыңларға бик тә яратам, шуға яҡыныраҡ шылып ултырам.
- Күптәр тормош нисек бар, шулай ҡабул итә, ә, уйлап ҡараһаң, был донъя беҙ аңлаған, күргән һәм аңға һыймаған төрлө сихри мөғжизәләрҙән дә тора бит. Ҡайһы саҡ яҙмыш шулай һеңдерә һуға, артҡа ҡарап йәшәү рәүешеңә һығымта яһайһың, алдағы үтәсәк йылдарҙа башҡа яңылыш аҙым эшләмәҫкә тырышаһың, - тип һүҙҙе алыҫтан башланы әбей.
- Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда мин йәш кенә ҡыҙ бала инем. Ир-егеттәр тәүге көндән үк шул ҡәһәрле һуғышҡа алынды, ауылда ҡарт-ҡоро ла, бала-сага ҡалды. Торараҡ беҙҙең төпкөл ауылдарҙға ла сират етеп, бер төркөм ҡыҙҙарҙы Өфөгә радистар курсына уҡырға ебәрҙеләр. Улар араһында мин дә бар. Ауылдан бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгәс, урыҫса йүнләп аңламайым да, һөйләшә лә белмәйем, урыҫ менән сиғандарҙан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡа инем. Нужда ҡалас ашата икән, иллә мәгәр ныҡ өйрәттеләр, ярты йылдан урыҫтың үҙен һатып ебәрер инем. - Тимербикә әбей көр тауышы менән кеткелдәп көлөп алды.
- 1942 йылда Өфөнән шау ҡыҙҙар ултырған эшелонды Алыҫ Көнсығышҡа.алып киттеләр. Юлда китеп барғанда бер станцияла оҙаҡлап туҡтап торҙоҡ. Саф һауа һуларга перронға сыҡтыҡ. Ошонда уҡ ҡаршы яҡҡа китеп барған икенсе бер состав та туҡтағайны. Унда йәш егеттәр генә. Вагондан төшкән ыңғайы миңә бер сибәр егет иғтибар итте бит, минән күҙен дә алмай. Мин һыр бирмәйем. Йәш саҡта һылыумын инде, ҡап-ҡара сәстәрем бөгәремә тиклем төшөп тора ине. - Тимербикә әбей йәшлегенең ҡәҙерле минуттарын иҫкә төшөрөп, бер аҙ уйланып ултырҙы.
- Оҙаҡ ҡына торҙоҡ унда. Дары ла еҫкәп өлгөрмәгән йәштәрбеҙ бит инде, китте шау-шыу, уйын-көлкө. Гармун аҫтында өҙҙөрөп-өҙҙөрөп бейешеп тә алдыҡ. Мин өләсәй-олатай менән үҫкәс, баҫалҡы ғына инем, ләкин йәшлек үҙенекен итте, теге егет менән танышып киттек, хәрби часть номерҙарын алыштыҡ. - Мин әле лә төҫ ташламаған һөйкөмлө әбейгә ҡарап, уның йәш сағын күҙ алдыма килтерәм. Иҫ киткес сибәр булғандыр, тим.
- Һуғыш бик оҙаҡ барҙы. Көн дә тигәндәй хат алышабыҙ. Бик аҡыллы егет булып сыҡты ул. Шул тиклем ҡан ҡойошта уның мөхәббәт хаттары мине йылытып, ҡурсалап торғандыр инде.
Дәһшәтле һуғыш бөттө. Бик күп юғалтыуҙар булды. Шундай ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, бер ваҡыт Владимир мине эҙләп тапты бит.
- Ҡайҙа тип уйлайһың инде? -Тимербикә әбей күҙгә күренеп йәшәреп китә, күҙҙәренән йылы нур ағыла.
- Ауылға килдеме? - Мин һораулы ҡараш төбәйем.
- Ҡытайҙа! Шулай итеп, Ҡытайҙа осраштыҡ. Ә унда Һуғыш һаман бара ине әле. Уны күргәс, шатланыуымды күрһәң! Ҡосаҡлайым да илайым, ҡосаҡлайым да илайым. Ярты йыллап хәбәре булмағас, һәләк булғандыр, тип борсолғайным. Ирем бигерәк тә сос, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу ине шул. Һөйөүе ысын булғандыр, сит илдә, сит ерҙә, мине эҙләп табыу - үҙе бер мөғжизә ине. Бер кәбән бесән эсенән энә эҙләүгә тиң батырлыҡ тип, ҡабул иттем. Ҡулымды һорағас, риза булдым да ҡуйҙым. Заманы шулай ине бит, ни эшләйһең. Шул ваҡытҡа ярашлы загсҡа ла барып яҙыл
дыҡ һәм дини йоланы ла һаҡларға булдыҡ. Тик бәлә: мин - башҡорт, ул - урыҫ.
- Мин - мосолман, һин дә ислам диненә күс тә никах уҡытайыҡ, - тип шарт ҡуям, ә ул үҙ диненә күсергә көсләшә. Шулай бәхәсләшә торғас, әлеге ла баяғы баҫымсанлығым инде, ирем үҙ һүҙен һүҙ итте. Күндерҙе. Әллә ҡайҙан сиркәүен дә тапҡан, дин әһелен дә белешкән.
- Һин, ҡыҙым, тәүҙә христиан диненә күсергә тейешһең тип, уҡып суҡындыра башлағайны, ауыҙымдан шундайын да ғәжәп, быға тиклем бер ҡасан да күрмәгән иҫ киткес матур бер ят ҡош осоп сыҡты ла, баш осонда өйрөлөп-өйрөлөп осоп йөрөй башланы. Бөтәһе лә "аһ" итеп, ҡурҡып ҡатып ҡалды. Ә минең ҡот осто, ҡапыл хәлем бөтөп, бөгөлөп төштөм. Эстә нәмәлер шарт итеп өҙөлгәндай булды. Йөрәгем һыҙылып ҡына әрнеп ҡуйҙы.
- И-и-их, был ҡыҙ үҙе лә бик иманлы, шулай уҡ дини кешеләрҙең аяулы ғәзиз балаһы булған. Иманы осто, - тине поп, хафаланып. - Кәрәкмәгән эш эшләнек.
Ә теге ҡош сиркәү көмбәҙе аҫтында нур сәсеп осоп йөрөнө-йөрөнө лә ҡапыл юҡ булды. - Тимербикә әбей йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөртөп алды.
- Юҡҡа беҙҙең атай- олатайҙарыбыҙ нисә быуат динен, ерен яҡлап ғәзиз башын һалмаған шул, ҡыҙым. Мин йомшаҡ булғанмын, мөхәббәт аңымды томалаған инде. Йәштәр динен һатмаһын, имандары ныҡ булһын, уны ҡеүәтләп торһон, үҙ милләте менән ҡауышып йәшәһен ине.
- Ә миңә килгәндә, бабайым мәрхүм булғас, иң башта тыуған Башҡортостаныма ҡайттым. Шунан, тәүбәгә килеп, үҙ динемә кире ҡайттым, мәсеткә йөрөй башланым. Намаҙға баҫҡан һайын: "Йә Раббым, һин бөтә нәмәне белеүсе, күреүсе, ғәфү итеүсе, белеп һәм белмәй эшләгән гонаһтарымды ярлыҡа, тик һинең ҡөҙрәтеңә ышанам', - тип ялбарып доға ҡылам.

Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова.

Фото: vk.com

Автор:
Читайте нас: