Өсөнсө этапта ҡатнашыусылар бер сәғәттә Дон ухаһын бешерергә тейеш ине, тип яҙған модель социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Балыҡ таҙарта белмәһәм дә, хәлемдән килгәнсә тырыштым. Стресс булды! Мин тәмле бешерәм, әммә рецепт буйынса ғына. Ә бында бер нәмә лә юҡ. Ләкин бик күңелле булды», — ти ул.
Шоуҙан төшөп ҡалһам да, эфир йондоҙҙары менән осрашыуым менән бәхетлемен, тигән Илүзә яҙылыусыларына.
Фото: башинформ