18 ноябрь ҡау яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара
19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана
20 боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай
21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр
22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр
23 ноябрь томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр
24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор
25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр
26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә
27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ
28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй
29 ноябрь көндө еүеш ҡар—буранға
30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ.