Ләкин пәйғәмбәребеҙ быны тыйған. «Ҡайғы шундай кешегә: ул кешеләрҙе көлдөрәм тип, нәмәлер һөйләй ҙә, алдай башлай. Ҡайғы уға, ҡайғы уға», – тигән (Әбү Дәүд, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте көслө тип баһаланы).
Ни тиклем ҡурҡыныс киҫәтеү, шулай бит? Ә күбебеҙҙең тиерлек ҡасандыр булһа ла ниндәйҙер ҡыҙыҡ хәлде һөйләгәндә ялғанға төшөп киткәне булған бит. Бының өсөн тәүбә ҡылып, һәр бер һүҙебеҙҙе лә самалап ҡына һөйләйек.