-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ноябрь , 14:00

Йылан йылы килә

Йылан ыңғай һәм кире сифаттарға эйә булған персонаж. Бер яҡтан, ул зирәклек һәм тыныслыҡты яратһа, икенсе яҡтан – мәкерле һәм хәйләкәр. Элекке заман кешеһе әлеге ғорур шыуышыусыларҙы төрлө донъя үлсәме араһында сәйәхәт итергә һәм киләсәкте белергә һәләтле тип һанаған. Шулай булғас, киләһе йылда күп мөмкинлектәр асылыр, күп нәмәгә ирешеп булыр.

Йылан йылы килә
Йылан йылы килә

2025 йылда Аждаһаны йәшел ағас Йылан алмаштырасаҡ – ул тыныслыҡ һөйөүсе йән эйәһе. Йыланға магнетизм, тапҡырлыҡ һәм тыныслыҡ хас, ә уҫаллыҡ, агрессия һәм ике йөҙлөлөктө бөтөнләй яратмай. Һәм киләһе йыл яҡшы өмөттәрҙе генә аҡлаһын өсөн, был нәзәҡәтле йыртҡысҡа оҡшарға тырышырға кәрәк. Эшләгәндә ашыҡмаҫҡа, кәрәкмәгән ығы-зығынан ҡасырға,  үҙегеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе ентекләп уйларға. Яҡындарығыҙ менән һөйләшкәндә, айырыуса, иғтибарлы булыу мөһим – һеҙҙең уйламай әйтелгән һүҙегеҙ уларҙы бик ныҡ “сағырға” мөмкин, хатта һеҙ берәүҙе лә рәнйетергә теләмәйсә, уйламайса әйтһәгеҙ ҙә.

Шуны онотмағыҙ: йыланға иҫке ҡабығынан ҡотолоу хас. Тимәк, иҫке проблемаларҙы ташлап, киләһе йылға “яңыртылған килеш” инергә кәрәк.

Фото: calendariki.ru

Автор:
Читайте нас: