Ахыр сиктә дөгө уңышы кәмегән, ил халҡы аслы-туҡлы йәшәй башлаған. Төбәк етәксеһе был мәсьәләгә ҡарата бик борсолоу белдергән һәм нисек халыҡты ер эшенә ҡайтарыу тураһында уйланған. Шунан күл буйында йәшәгән бай сауҙагәрҙе һәм ярлы крәҫтиәнде үҙенә саҡырып килтерергә ҡушҡан.
Хаким икеһен дә бик йылы ҡаршылаған. Иң тәүҙә сауҙагәргә өндәшеп:
– Нисек уйлайһың, кеше өсөн иң мөһиме нимә – алтынмы әллә дөгөмө? – тип һораған.
– Әлбиттә, алтын! – тип яуаплаған сауҙагәр. – Ул кешегә хакимлыҡ һәм хөрмәт яуларға, етешлектә, абруй менән йәшәргә мөмкинлек бирә!
– Яҡшы, – тигән хаким һәм крәҫтиәнгә мөрәжәғәт итеп, – ә һин нисек уйлайһың, кеше өсөн нимә мөһим – алтынмы, дөгөмө? – тип һораған.
– Кешегә дөгө әһәмиәтлерәк, тип уйлайым. Ул – беҙҙең аҙығыбыҙ, һаулығыбыҙ, тормошобоҙ һәм көсөбөҙ, – тип яуаплаған крәҫтиән.
Хаким уйға ҡалған да былай тигән:
– Беҙ уртаҡ фекергә килә алмайбыҙ: берегеҙ өсөн алтын мөһимерәк, икенсегеҙгә – дөгө. Әйҙәгеҙ, былай итәйек: иртәгә һеҙ ғаиләгеҙ менән минең яныма килегеҙ. Үҙегеҙ менән һеҙҙең өсөн иң ҡиммәт булған нәмәгеҙҙе лә алығыҙ.
Сауҙагәр менән крәҫтиән өйҙәренә ҡайтып киткән дә иртәгеһе көнгә йыйына башлаған. Сауҙагәр үҙенең бөтә алтындарын, ҡиммәтле биҙәүестәрен, һаҡлаған аҡсаларын әҙерләгән. Бөтә ғаиләһе өҫтәренә затлы кейемдәрен кейгән, алтындарын таҡҡан, ҡалғандарын үҙҙәре менән алған. Шундай рәүештә килгән улар хаким янына.
Крәҫтиәндең ғаиләһе лә әҙерләнгән. Улар дөгө көлсәләре бешергән, кәрзин тултырып бешкән дөгө һалған.
Ике ғаилә лә килгәс, хаким уларҙы алып килгән әйберҙәре менән бергә айырым йортҡа бикләргә ҡушҡан. Өс көн буйына сығармаҫҡа, тик һыу ғына биреп торорға бойорған.
Шулай итеп, һыуҙан башҡа бер нәмә лә булмаған йортта бер нисә сәғәт үтеүгә былар асыға башлаған. Крәҫтиәндең ғаиләһе аптырап ҡалмаған, кәрзиндәренән дөгө көлсәләрен алып, тамаҡ ялғаған. Ә сауҙагәрҙең ғаиләһенең ашарына бер ниҙәре лә булмаған – алтын ризыҡ түгел бит. Кис еткән. Крәҫтиәндең ғаиләһе тағы ла ашап алған. Байҙың ғаиләһе асыҡҡан, аптырағас, крәҫтиәндән әҙерәк дөгө биреүен һораған. Ләкин уныһы:
– Ғәфү ит, бында беҙгә күпме ултырырға тура килерен белмәйем, ә миңә ғаиләм хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк, – тип яуаплаған.
Иртәгеһенә иртәнсәк сауҙагәр крәҫтиәндән бер нисә дөгө көлсәһен алтынға һатып биреүен һораған. Әммә ер кешеһе был юлы ла тегенең үтенесен кире ҡаҡҡан:
– Ошо көлсәләр булғанға тамағыбыҙ туҡ. Һинең алтындарыңды мин бында нимә эшләтәйем, – тигән.
Өс көндән һуң, хаким вәғәҙә иткәнсә, ике ғаиләне лә сығарғандар. Крәҫтиәндең ғаиләһенең тамағы туҡ, кәйефтәре шәп булыуы әллә ҡайҙан күренеп торған. Ә сауҙагәрҙекеләр ябыҡҡан һәм бик ҡәнәғәтһеҙлек белдергән.
– Шунан, – тип һораған хаким сауҙагәрҙән, – хәҙер һин нисек уйлайһың, кешеләргә нимә мөһимерәк – дөгөмө әллә алтынмы?
– Дөгө, – тип мығырҙаған ас сауҙәгәр.
– Ярай, бына хәҙер икегеҙҙең дә фекерегеҙ бер-берегеҙҙекенә тап килә. Барығыҙ ҡайтығыҙ һәм дөгө сәсегеҙ! – тигән ҡәнәғәт төҫ менән хаким.
Ошо ваҡиғанан һуң күл янында йәшәүсе халыҡ йәнә күп итеп дөгө үҫтерә башлаған. Уңыш йылдан-йыл күбәйгән һәм барыһы ла туҡ һәм ҡәнәғәт булған.
Был ғибрәтле ваҡиға бөгөн дә күптәргә фәһем булырлыҡ. Ҡайһы берәүҙәр шул тиклем байлыҡ артынан ҡыуып йәшәй, өйҙәрен ҡиммәтле йыһаздар менән тултыра, машиналарын йыл да яңы «текәрәк» моделдәргә алмаштыра, шкафтарында зиннәтле тундар, серванттарында өҫтәлгә бер тапҡыр ҙа ҡуйылмаған, алтын-көмөш ялатылған һауыт-һаба... Йыл да сит илдәрҙә ял итәләр. Ә үҙҙәре халҡыбыҙҙың тарихын, күренекле шәхестәрен, аҫыл улдарын һәм ҡыҙҙарын белмәй, ғүмерҙәрендә ҡулдарына иң ҙур байлығыбыҙҙы – бер китап та тотоп ҡарамаған рухи зәғифтәр. Транспортта бер ҡатынға иғтибар иттем: ҡолағына өс алтын алҡа таҡҡан, бармаҡ һайын балдаҡтар, муйынында икешәр сылбыр, ике яҡ ҡулында беләҙектәр, хатта аяғында ла алтын сылбыр... Был нимә: башҡаларға байлығың менән маҡтаныумы? Шул тиклем зауыҡһыҙлыҡҡа ҡарап, күңел ытырғана.
Кешене рухи байлығы биҙәй. Ундайҙар менән төрлө темаларға иркен һөйләшеүе лә күңелле. Матди байлыҡҡа ынтылмағыҙ, тип әйтмәйем. Кеше етеш тормошта йәшәргә хаҡлы. Тик һәр нәмәлә лә сама белергә кәрәк. Шулай түгелме? Әгәр һеҙҙең дә алдығыҙҙа, әлеге хикмәтле хикәйәттәге кеүек, һайлау килеп тыуһа, нимәгә өҫтөнлөк бирер инегеҙ: алтынғамы, дөгөгәме?
Фото: yandex.ru.
https://yanshishma.com/articles/t-rbi-m-kt-be-/2023-08-28/nim-m-im-altynmy-d-g-m-3408771