-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь , 09:00

Серле сәскәләр

Һәр ҡатын-ҡыҙ – олоһо ла, кесеһе лә – матурлыҡҡа һәм, әлбит тә, сәскәләргә ғашиҡ. Ә һеҙ беләһегеҙме, һөйгән йәрҙең бүләк иткән гөлләмәһенә ҡарап, уның һеҙгә ҡарата ниндәй хис-тойғолар кисергәнен дә асыҡларға мөмкин икән! 

Серле сәскәләр
Серле сәскәләр

Баҡтиһәң, ир-егеттәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, күңелендә нимә булғанын шул сәскәләр аша сағылдыра.

Ҡыҙыл ләлә: ҡыҙыл ләләләрҙән гөлләмә килтереүсе көслө зат һеҙгә ҡайнар хистәрен асып һала тигәнде аңлата.

Һары ләлә: күңеле яуапһыҙ һөйөүгә һәм һағышҡа сорналғандар тап ошо төҫтәге сәскәне һайлай.

Шәмәхә төҫөндәге ләлә: был төҫтәге сәскәләр ир-егеттең һеҙгә ҡарата булған ҡәҙер-хөрмәтен, ихтирамын һәм иғтибарын белдерә.

Аҡ ләлә: ҡыйыуһыҙ һәм оялсан ир-егет бүләккә аҡ ләләне ала.

Сыбар ләлә: бындай ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле сәскәне ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллегенә һоҡланыусы, әүҙем һәм оптимист ир-егеттәр һайлай.
 
Фото: crosti.ru
Автор:
Читайте нас: