-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ноябрь , 12:20

Һөт хаҡында...

(Ҡыҙыҡлы факттар) *Һыйыр еленендә 11-ҙән 23 литрға тиклем һөт була.*Кәзә һөтө фета, каприно һәм рокамадур кеүек сортлы сырҙарҙы етештереү өсөн йышыраҡ ҡулланыла.*Францияла ғына түгел, борон илебеҙҙә лә һөт әсемәһен өсөн көршәктәргә тере баҡа төшөрөлгән. Тура килһә, был ысулды әле лә ҡулланырға мөмкин, ерәнергә кәрәкмәй – баҡалар көршәккә һалыр алдынан таҙа һыуҙа йыуындырыла.

Һөт хаҡында...
Һөт хаҡында...

*Һыйыр көнөнә 90 стакан тирәһе һөт бирә. Уртаса йәшәгән һыйыр ғүмер буйына биргән һөт тултырылған стакандарҙың һаны 200 меңгә барып етә.
*Һөт 85 – 95 процент һыуҙан тора. Ҡалған өлөшө – витаминдар, аҡһым, май һәм углеводтар. Ләкин ошо ғына өлөш файҙалы матдәләр ҙә һөттә һәйбәт комплекс барлыҡҡа килтереп, уны һәр кем өсөн бик файҙалы эсемлеккә әйләндерә.
*Һыйыр һауыу аппаратын уйлап сығарғанға тиклем уңған һауынсылар сәғәтенә алтышар һыйыр һауып өлгөрә ине. Хәҙер ҡорамалдар ярҙамында бер сәғәт эсендә йөҙҙән артыҡ һыйыр һауырға мөмкин.
*Дөйә һөтө әсемәй. Был малдың һөтөндә С витамины бик күп, шуға ла уны һыйыр һөтөнә аллергия булған кешеләр ҙә рәхәтләнеп эсә. Дөйә һөтө Сомали халҡы һәм ҡом сүллектәрендә йәшәүселәр өсөн төп аҙыҡ булып тора.
*Борон халҡыбыҙ һөт-ҡатыҡты сәс йыуыу йәки башҡа нәмәләрҙе таҙартыу өсөн ҡулланыуҙы гонаһ тип һанаған. Шулай ҙа һөттөң һөрөм ултырған ерҙәрҙе таҙартыу өсөн алмаштыр­ғыһыҙ икәнлеге билдәле.
*Кеше организмы һөттө махсус фермент ярҙамында ғына үҙләштерә. Тәүҙә был фермент сабыйҙарҙа ғына булған, ләкин ҡайһы бер кешеләрҙә “дефект” булып, ғүмере буйы ла ошо ферментты йөрөтә башлаған. Тора-бара организмы һыйыр һөтөн үҙләштерә алған кешеләр артҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ – Америка, Австралия, һәм Көнсығыш Африка аборигендарында, ҡытайҙарҙа, Себерҙең аҫаба халҡында был ген һаман барлыҡҡа килмәгән тип әйтерлек. ҡытайҙар балаларына һөт эсергә өйрәтеү өсөн төрлө программалар ҙа уйлап сығара-сығарыуын, тик унда һөт продукцияһы сифатһыҙ, тәмһеҙ, ассортимент бик ярлы тип билдәләнә. Был бөгөн дә шулай. ҡытайҙарҙың буйға бәләкәй булыуында тап һөттө аҙ эсеү сәбәпсе тип билдәләнә, шуға ла улар был кәмселектәрен бөтөрөү өсөн һөт менән дуҫлашырға тырыша. Әммә өйрәнеп кенә китә алмайҙар.
*Иң майлы һәм ҡуйы һөт – тюлендеке. Иң шыйыҡ һөттө ишәк бирә.
*Тренажерҙар залында шөғөлләнгән ваҡытта көс алыу өсөн ике стакан һөт эсеү файҙалы.

Фото: korovushkino.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: