-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ноябрь , 08:00

Юл доғалары - яҙмала

Ял көндәрендә сәфәргә сығыусыларға именлек теләп, юл доғаларын тәҡдим итәбеҙ. "Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә раббинәә ләмүнҡалибүүн".Мәғәнәһе:"Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ етмәй. Дөрөҫлөктә, беҙ Раббыбыҙ хозурына ҡайтып барабыҙ".

Юл доғалары - яҙмала
Юл доғалары - яҙмала

"Аллааһүммә иннәә нәсьәлүкә фии сәфәринәә һәәҙәл-бирра үәт-тәҡүәә, үә минәл-ғәмәли мәә тәрдаа! Аллааһүммә һәүүии ғәләйнәә сәфәранәә һәәҙәә үатүа ғәннәә бүғдәһ! Аллаа-һүммә әнтәс-саахибү фис-сәфәри үәл-хаалифәтү фил-әһл. Аллааһүммә инниии әғүүҙү бикә мин үәғҫәәис-сәфәр, үә ккәбәтил-мәнҙар, үә сүүьил-мүнҡаләби фил-мәәли үәл-әһл".

Мәғәнәһе:

Эй Аллаһ! Беҙ Һинән ошо сәфәребеҙҙә салихлыҡ менән тәҡүәлекте йәнә Үҙең риза була торған ғәмәлдәр ҡылыуыбыҙҙы һорайбыҙ. Эй Аллаһ! Был сәфәребеҙҙе беҙгә еңел ит һәм уның оҙонлоғон беҙгә ҡыҫҡа ит. Эй Аллаһ! Ошо сәфәрҙәге юлдашым - Үҙең, шулай уҡ ғаиләм менән ҡалған да - Үҙең. Эй Аллаһ! Мине сәфәрҙең ауырлыҡтары менән төшөнкөлөккә килтергән күренештәрҙән, шулай уҡ мал-мөлкәтем менән өй эсемә ҡағылышлы күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларҙан Үҙеңә һыйынамын!"

Юлдарыбыҙ уң, ҡылған ғәмәлдәребеҙ хәйерле, барыбыҙ ҙа имен-аман булайыҡ!

"Доғалар китабы"нан.

Фото: fotokto.ru

Автор:
Читайте нас: