МХО-ның барышы оҙаҡҡа һуҙыласаҡ әле, хәрби хәрәкәт эскалацияһы 2026 йылдың мартына тиклем дауам итә тип фаразлай. Әммә быйылғы ноябрҙән 20 йылға һуҙыласаҡ бөтә донъя глобаль трансформация осоро башланды. Яҡындағы ике-өс йылда бар планета өсөн боролош йылдары буласаҡ.
Рәсәй өсөн 2025 һәм 2026 йылдар ғәҙәттән тыш мөһим – тормоштоң бар өлкәләрендә яңырыш һәм иҫкергән бар нәмәнең емерелеүен көтөргә мөмкин. Астролог яңы вирустарҙың килеүен дә биологик яһалмалар ярҙамында булыуын фараз итә. Улар тәбиғиҙәрҙән күпкә ҡурҡынысыраҡ һәм хәрби маҡсаттарҙа ҡулланыласаҡ, был иһә бөтә донъя халҡына ҡурҡыныс тыуҙыра.
Шулай уҡ Яҡын Көнсығыш илдәренә сәфәргә йөрөмәҫкә кәңәш итә – унда даими ҡораллы конфликттар арҡаһында ҙур шартлау ҡурҡынысы буласаҡ.
Рәсәйҙә финанс көрсөгө башлана, әммә уның астропрогнозы буйынса 2008 йылдағы кеүек ҡырыҫ һәм оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ.
Астролог фараздарына ярашлы донъя яҡындағы дүрт йылда бик яҡшы осор кисермәйәсәк. Ә тағы ҡурҡынысыраҡ мәл уны 40-сы йылдар башында көтә. Әммә Рәсәй ныҡ һәм тотороҡло буласаҡ.
Фото: dzen.ru