-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Декабрь , 10:00

Яңы йыл кисәһенә нимә кейергә?

Йылан – бик һомғол хайуан,  ә тиреһенең төҫө – үҙе сәнғәт әҫәренә тиң. Шулай булғас, был Яңы йылға буй-һынды күрһәткән ҡыйыу һәм эффектлы кейем һайларға мөмкин. Гүзәл заттарҙың күлдәктәре тәнгә һылашып, йәбешеп (йылан ҡабығы кеүек), оҙон итәкле, иҙәнгә төшөп торған булһа – идеаль вариант.

Яңы йыл кисәһенә нимә кейергә?
Яңы йыл кисәһенә нимә кейергә?

Төҫтәргә килгәндә, йәшел, зөбәржәт, зәйтүн, хатта хаки төҫтәрендәге кейемдәр һайлау дөрөҫ буласаҡ. Һары һәм ҡыҙғылт-һары ла бик яҡшы тура килә, әммә ҡыҙыл төҫ менән һағыраҡ булырға кәрәк. Йылан принттары һәм фактуралары урынлы – хуплана, ә бына йылан тиреһенән эшләнгән әйберҙәр һис тә кәрәкмәй.

Йыл яҡлаусыһы зиннәткә битараф түгел, шуға күрә төрлө пайеткалар, ялтырауыҡтар, стразылар бик актуаль буласаҡ. Биҙәнгестәргә килгәндә, Йылан осһоҙ бижутерияны бөтөнләй ҡабул итмәй, шунлыҡтан яңы йыл төнөндә ҡиммәтле, затлы әйберҙәр тағырға тырышығыҙ. Алтын, көмөш, ташлы биҙәнгестәрегеҙ тартмала ятмаһын.

Ир-егеттәргә иһә традицион костюм йәки классик салбарҙа һәм оҙон еңле күлдәктә туҡталырға кәңәш итәбеҙ. Мамыҡ, етен йәки йөн кеүек тәбиғи материалдарға өҫтөнлөк бирегеҙ.

Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ: йылан – нәфис йән эйәһе, тимәк, һеҙҙең кейемегеҙ ҙә хәрәкәткә ҡамасауларға тейеш түгел.

                                                         

Фото: https://life.ru/p/1700803

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: