Һәм улар ҙа Яңы йыл календарен асҡан байрамда ғына. Ике бөртөктө тотоп ҡунаҡҡа барғандар ҙа, хужаларҙың ике штугын бүләккә алып ҡайтҡандар. Мандарин алмашып йөрөгән инде чиновниктар.
Европаға мандарин 16-сы быуатта ғына килеп юлыға. Бөгөн иһә ул магазиндар тулып ята. Хаҡтары ла сифатына һәм тәменә, үткән юлына һәм иленә ҡарап төрлөсә. Шулай ҙа беҙ унан ялҡмайбыҙ, алабыҙ. Кемдер өйҙә еҫен сығарыу өсөн генә лә, өҫтәл биҙәге итеп тә. Ә башлыса кәйеф өсөн инде мандарин, кәйеф өсөн.