-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2024, 10:00

Йыландар өсөн ниндәй йыл килер?

1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013 тыуғандар өсөн 2024 йылға йондоҙнамә. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар үҙҙәренең эске көсө һәм алдан күрә белеүе менән айырылып тора.  Алдағы йылда улар элек аңлашылмаған, мәғәнәһеҙ тойолған нәмәләрҙе лә яҡшыраҡ аңлай башлар. Был иһә уларға тормош ауырлыҡтарын еңергә булышлыҡ итер. 

Йыландар өсөн ниндәй йыл килер?
Йыландар өсөн ниндәй йыл килер?

Эштә иһә аҡылығыҙ һәм һәр нәмәнең төбөнә төшөп ҡарай белеүегеҙ ярҙамға килер. Һеҙҙең фекергә ҡолаҡ һалырҙар  һәм хөрмәт итерҙәр.   Эшһеҙҙәр яңы йылда яңы эш урыны табыр.  

Шәхси мөнәсәбәттәргә килгәндә, ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ.  Никахҡа инеү өсөн яҡшы йыл килә.

Сәләмәт булыу өсөн ашауҙа, алкоголдә һәм мөхәбәттә  ниндәйҙер сикләүҙәр булырға тейеш. Шулай уҡ юҡ-барға ярһыуҙар, асыуланыу һәм ҡәнәғәтһеҙлек тойғолары ла  организмға кире йоғонто яһай.

Фото: www.myshared.ru

Автор:
Читайте нас: