*Яңы йыл алдынан өйҙәге сүп-сарҙы сығарып ырғыттым. Күршеләр мине күсенә тип уйлаған.
*Федор Конюховтың эте хужаһының, әйҙә, йөрөп киләйек, тип әйтеүен трагедия итеп ҡабул итә. Сөнки был сәйәхәтсе кәмендә ярты йыл “йөрөп килә”.
*Ҡара көндәр яҡтыһы менән алышынып килә. Әгәр һеҙҙе бөгөн уҫал эт тешләһә, ҡайғырмағыҙ – иртәгә аҡыллыһы, йүнлерәге тешләүе мөмкин.
*Өйләнергә ҡатын-ҡыҙ тапмайһыңмы? Аҡса тап, ҡатын-ҡыҙ һине үҙе эҙләп табыр!
М. МӨХӘМӘТОВ