Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған. Мәҫәлән, 25 ғинуар ҡояшлы икән — күсмә ҡоштарҙың көньяҡтан иртәрәк ҡайтыуын көт.
Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.
Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.
Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.
Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.
Ҡояш ҡолаҡланһа (эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.
Ҡыш көнө бәҫ күп булһа – ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.
Ҡыш ҡар күп яуһа – йәй ямғырлы килер.
Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.
Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
Ат ҡуршылдаһа – буранға.
Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, көн һыуыта.
Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.
Кәзә ҡолағын шапылдатһа, буранға.
Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.
Бесәй ишекте тырнаһа – буран, йомарланып ятһа, һыуыҡ була.
Елһеҙ көндө урман шаулаһа, көн боҙола.
Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.
Фото: culture.ru