-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Февраль , 10:30

“Күңелем тулып китте...”

Әнүәр Нурғәлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһенә Хәниә Фәрхиҙең ире Ғәбделхәй әфәнде, ҡыҙы Алһыу һәм кейәүе менән төшкән фото ҡуйған.

“Күңелем тулып китте...”
“Күңелем тулып китте...”

Йырсының Ҡазанда концерттары бара.

“Һәр йылды ҙур ҡалаларҙағы концертыма берәр шәхесебеҙҙе саҡыра инем. Хәмдүнә апайҙымы, Фән ағайҙымы... Был программамда Хәниә апай Фәрхигә бағышлап йыр башҡарҙым.

Ул – легендалар, бер-береһенә оҡшамаған үҙенсәлектәре менән айырылып торҙо. Хайп менән түгел, ә йыр менән данлыҡлы булдылар.

Был юлы, ҡунаҡ итеп, Хәниә Фәрхиҙең тормош иптәше Ғәбделхәй ағайҙы ҡыҙы һәм кейәүе менән саҡырҙым. Дөрөҫөн өйткәндә, уларҙы күргәс, күңелем тулып китте, Хәниә апайҙы күргәндәй булдым”, – тип хис-кисерештәре менән уртаҡлаша йырсы.

Фото: https://vk.com/anvarnurgaliev?from=search

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: