-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Февраль , 09:45

Глоксиния

Глоксиния – әр­һеҙ үҫеүсе бүл­мә гөлө. Эре, ҡуйы сәскәләре менән тәҙрә төбөн биҙәп ултыра. Ел һуғып торған урындан ҡурҡа, яп­раҡтарына һыу тейеүҙән дә һаҡлағыҙ. Йыш ҡына тупрағын дым­ландырырлыҡ итеп кенә һыу һибегеҙ. Сәскә атып бөткәс, йәй аҙағына өҫкө япраҡтарын ҡоя, йәш үҫенте генә ҡыш үҫеп ултыра.

Глоксиния
Глоксиния

Япраҡтарын ҡойғас, һабағын ҡырҡып, ҡараңғы урынға ял итергә ултыртырға кәрәк. Яҙғыһын уянып, япраҡ ебәрә башлай. Йыл һайын оҙайлы йоҡонан һуң яңы тупраҡҡа ултыртырға, 10 – 15 көн һайын «Ростмомент», «Великан», «Терра Вита», «Унифлор» препараттары менән туҡландырыу шарт.
Глоксиния бүлбенән, япраҡ­тарынан, сәскәләре һабаҡтарынан үрсей. Япраҡтарынан үрсеткәндә, бер япраҡты бер нисә өлөшкә ҡырҡҡыларға ла, ябылмалы контейнерға тупраҡ һалып, шунда ултыртырға. Йылы урынға ултыртып, ваҡыты-ваҡыты менән һауытты елләтеп тороғоҙ.

Фото: ekonomstrojdom.ru

Автор:
Читайте нас: