+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март , 12:20

Ҡайһы көн уңышлы?

Бер мәл уҡыусыһы остазынан һораған:- Зинһар әйтегеҙсе, яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө уңышлы?Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да, мут йылмайып яуаплаған:- Шаршамбы...

Ҡайһы көн уңышлы?
Ҡайһы көн уңышлы?

Башҡа уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрҙәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Тик берәүһе генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.
- Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? - тип һораған остазы.
- Артабан нимә әйтерегеҙҙе белгәнгә.
- Ә нимә әйтергә уйлайым һуң?
- Кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.

(Башҡортса дини календарҙан).

Автор:
Читайте нас: