+13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Төрлөһөнән
29 Март , 10:30

Бер риүәйәт

"Суфый-уҡытыусы һәр дәресендә бер риүәйәт һөйләй торған булған, әммә бер ваҡытта ла уларҙың мәғәнәһен аңлатмаған. «Хөрмәтле остаҙыбыҙ, — тип мөрәжәғәт иткән бер саҡ бер шәкерте, — һин беҙгә матур риүәйәттәр һөйләйһең, әммә уларҙың мәғәнәһен аңлатмайһың...» "Ғәфү үтенәм, — тигән Уҡытылсы. — Ғәйебемде аҡлау өсөн мин һине хөрмә емеше менән һыйларға теләйем...”

Бер риүәйәт
Бер риүәйәт

Шәкерт шатланып киткән һәм «Рәхмәт, Уҡытыусым” , — тип яуаплаған. „Мин һиңә ашата торған хөрмәнең тышын үҙем таҙартыл бирәйем“, — тигән Уҡытыусы, Шәкерт быныһына ла шатланыуын белдергән. Уҡытыусының: „Теләйһеңме, ашауға уңайлы булһын өсөн мин хөрмәне ваҡ киҫәктәргә турап бирәм?“ тиеүенә, шәкерт: „Мин улай һеҙҙен йомартлыҡтан файҙаланырға теләмәйем. Уҡытыусым“, — тип уңайһыҙланыуын белдергән. „Юҡ, мин бит һиңә быны үҙем тәҡдим итәм. Һине шатландырам килгәндән генә эшләйем быны. Теләйһенме, мин һиңә ул хөрмәне сәйнәп бирәм?“ — тигән тағы ла Уҡытыусы. „Юҡ. мин һинең быны эшләүенде теләмәйем!'”- тип ҡысҡырып ебәргән тамам аптырауға ҡалған шәкерт. Уҡытыусы бер аҙ тын ҡалып торған һәм:“ Әгәр ҙә мин һеҙгә һөйләгән һәр бер риүәйәттең мәғәнәһен аңлатһам емеште бына шулай сәйнәп биреүгә тин булыр ине», — тигән..."

Фото: Telegram

Автор:
Читайте нас: