-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар , 15:05

Хыялланам әле...

Бер нәмәгә лә ышанмаған, һәр саҡ үҙенең кәйефен генә түгел, ә башҡаларҙыҡын да рәхәтләнеп боҙғандар осрап тора. Почтала новогодний миллиард лотереяһын алам. Һәр саҡ. Бер бөртөк. Ҡайһы саҡта 100 һум, ҡайһы саҡта күберәк отам, ҡайһы саҡта бөтөнләй отмайым. Ҡыҙыҡ бит. Янымда торған ҡатын "нимә тип алып тораһың уны! Отмай бит ул!" ти. "Ярай отмаһам, ҡыҙыҡ бит" тием. "Ана шундай һинең кеүек кешеләр өсөн хөкүмәт беҙҙе алдай" тип яман итеп ҡараны ла китте. Был нимә булды тип аптырап ҡарап ҡалдыҡ һатыусы менән.

Хыялланам әле...
Хыялланам әле...

Нимәнелер эшләп ҡарамайынса уның кире буласағына нисек ышанып була икән? Лотерея алып ҡарамйынса, отмаясағыңды йәки отасағыңды нисек белергә?
Ғашиҡ булмайынса, мөхәббәттең тәмен нисек белергә?
Икенсе эшкә күсеп ҡарамайынса, бар ерҙә лә бер үк эш буласағына нисек ышанырға?
Йәки тәүәккәлләп иң ҡыйыу проекттарға тотоноп ҡарамайынса нисек ҙур уңыштар көтөргә?
Ә хыялһыҙ йәшәп буламы? Булалыр, бәлки. Тик улай тормош бөтөнләй күңелһеҙ бит.
Тыштағы ныҡ һыуыҡтан инеп, битеңде йортоңдоң йылы стенаһына терәп, шул тиклем бәхетлең икәнеңде аңлайһың бит.
Хыялланам әле... Хыялланайыҡ бергәләп. Бәхетле булайыҡ!

Фото: tgstat.ru

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_46487

Автор:
Читайте нас