Яңы ҡанун буйынса, идарасы компанияларҙы йорттарҙа йәшәүселәр менән аралашырға мәжбүр итә башлағандан һуң, аферистар дәүләт вәкилдәре булып ҡылана башлаған һәм күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә ашығыс рәүештә мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерергә һәм йәнәһе 2026 йылға капиталь ремонт программаһы нигеҙендә эштәр үткәреүгә исемлектәр формалаштырыуға ҡушылырға тәҡдим итә башлаған. Бының өсөн улар мессенджерҙарҙа фейк чаттар булдырыла.
Халыҡҡа тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙарын бот ярҙамында раҫларға тәҡдим итәләр, ул мутлашыусыларға дәүләт хеҙмәттәре аккаунтына кереү кодын алырға мөмкинлек бирә. Был хәл Яңы йыл байрамдары осоронда әүҙемләшкән. Шуны белегеҙ: башҡарма йәки муниципаль дәүләт хеҙмәттәре вәкилдәре граждандар менән бындай мәсьәләләр буйынса фекер алышыу өсөн мессенджерҙарҙа чаттар булдырмай, шулай уҡ раҫлау кодтарын һорамай.