Өсөнсөлә уҡығанда ҡулын һындыра;
Өфө автотранспорт техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлай;
Ике юғары белеме бар;
42 тапҡыр парашют менән һикерә;
Армиянан ҡайтҡас Миәкә районының "Сулпан" колхозында шофер булып эшләй;
Улына футболсы Динияр Биләлетдинов исемен ҡушҡан;
Йырсының яратҡан шөғөлө – спорт. Хоккей, футбол уйнай, теннис ҡарарға ярата, ә хоббиһы – тау саңғыһы;
"Салауат Юлаев" хоккей командаһы көйәрмәне;
Ҡасандыр "Айҙар" студияһы иғлан иткән кастингҡа йырсы Земфира ла килгән булған. Тик быны Айдар Ғәлимов үҙе хәтерләмәй;
Яратҡан шағиры – Әнғәм Атнабаев;
Имзаһын космонавт Юрий Гагариндыҡына ошатып ҡуя;
Бесәйенең ҡушаматы – Патрик.
Фото: intertat.tatar
"Өмет" гәзитенән.