-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар , 15:30

Пакетлы сәй

Әхмәр ҮТӘБАЙ: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1054-се күҙәтеү. Ауылдан Сырлыбай еҙнәм Сирбаев шылтыратып онотола барған ҡыҙыҡлы бер ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө. 1977 йылда унынсы класты тамамлағас, фермала кәтилнейҙә эшләнем. Унда өсәүләп, Сырлыбай еҙнә, Аллабирҙе ағай хеҙмәт итәбеҙ.Тап шул саҡта атайым Болгарияла туристик сәйәхәттә булып, унан күп итеп пакетлы сәй алып ҡайтҡайны. Бындай сәйҙе тәүге тапҡыр күреүебеҙ. Хикмәтле күстәнәстән беҙгә, кәтилней эшселәренә лә өлөш сығарҙы.

Пакетлы сәй
Пакетлы сәй

Ҡаҙанлыҡта һыу ҡайнатып, пакетлы сәйҙәрҙе йыртып асып, баҡырсаға төшөрҙөк. Фермала һауынсы һәм быҙау ҡараусы булып эшләгән Зифа, Мәҙинә, Гөлнур апайҙарымды ла сәй янына алдыҡ. Әммә күпме генә эсһәк тә, пакетлы сәйҙең хикмәтен тоя алманыҡ. Ул бығаса эсеп йөрөгән сәйебеҙҙән бер яғы менән дә айырылмай ине. Тәме лә ҡырҡыуыраҡ...
Шул саҡта Аллабирҙе ағай асыш яһаны. Баҡтиһәң, пакетлы сәйҙе көрөшкәгә төҫө сыҡҡансы тығып алырға ла, аҙаҡ уны киптереп, тағы ла эсергә була икән. Шулай итһәң, бер пакеты аҙна буйына сәй эсергә етә икән. Бына һиңә кәрәкһә! Тик был саҡта күстәнәскә тигән сәйҙәр пакетынан сығарылып, баҡырсаға төшөп ятҡайны. Аҙаҡ пакетлы сәйҙәр магазиндарҙа күпләп һатыла башлағас, уны киптереп тағы ла эсергә мөмкин икәнлеге лә онотолдо. Бәлки Аллабирҙе ағай (ауыр тупрағы еңел булһын!) тәжрибә үткәреп ҡарағандыр...
Һәр хәлдә, тәүге пакетлы сәйҙе эскән ваҡиға онотолмай. Рәхмәт Сырлыбай еҙнәмә!

Фото: drive2.ru

Автор:
Читайте нас