“Атайым Ҡазан ҡалаһында концерт менән сығыш яһағанда мәҙәниәт һарайының рәссамы менән танышып-һөйләшеп китә һәм уға: “Хәлит, был донъянан китеп барһам, миңә лә берәй бюст эшләрһең” - тип шаярта. Рәссам оҙаҡ уйлап тормай, атайым иҫән сағында уҡ бюсын эшләп ҡуя. Әммә атайыма уны фотола ғына күрергә насип булды. Бына, ниһайәт, быйылдан билдәләнә башлаясаҡ профессиональ байрамыбыҙ - Артист көнө алдынан ғәзиз кешемдең һыны уның туған театрына ҡайтты”.
Шулай уҡ Азамат Фидан улы әлеге мәлдә Дүртөйлө ҡалаһы мәҙәниәт һарайына Фидан Ғафаровтың исемен биреү буйынса һөйләшеүҙәр барыуы хаҡында ла белдерҙе.
Республиканың төп милли театрына 60 йыл ғүмерен бағышлаған сәхнә легендаһы, миллионлаған тамашасының яратҡан актёры, популяр йырсы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың бюсын Башҡорт драма театры музейында күрергә була", - тип яҙалар Фидан Ғафаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Фото: https://vk.com/fidan_samira.gafarovy
Гөлдәр Бүләкбаева-Бирганова.
https://bashgazet.ru/news/-bi-t-m-m-ni-t/2026-01-17/fidan-afarovty-byusy-f-g-kilterelde-4540423