Артур Хәсәнов өлөшләтә мобилизация ваҡытында социаль селтәрҙәр йондоҙо булды. Уның йырсы Филүс Ҡаһиров репертуарынан “Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарыу видеоһы шунда уҡ таралды һәм уға көтөлмәгән популярлыҡ килтерҙе. Артур йырлаған видеоролик аҫтында бик күп ыңғай комментарийҙар ҡалдырылды. Уның вокал һәләтен башҡорт һәм татар эстрадаһының танылған йырсылары Әнүәр Нурғәлиев һәм Рифат Зарипов юғары баһаланы.
Бөгөн «Хәсән» хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй. Шулай уҡ, ул әүҙем рәүештә ижад менән шөғөлләнә, бер нисә композиция сығарған, ял ваҡытында концерт һәм фестивалдәрҙә лә сығыш яһарға өлгөрә.