-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар , 11:10

Һулға йөрөгән ирҙе тәүбәгә килтерергә теләйһегеҙме?

22 ғинуарҙа өй йыйыштырыу, кәртә-ҡураларҙы тәртипкә килтереү яҡшы эш һанала. Был көндө өйҙә тауыш сығарырға, талашырға һис тә ярамай, тип ышанған боронғолар. Юғиһә, өйгә "ҡара көстәр" эйәләшергә мөмкин икән. 22 ғинуарҙың бик ҡыҙыҡ һынамышы бар. Был көндө мунса яғып, һул яҡта йөрөгән ирҙе һөйәркәһенән биҙҙерергә була икән.

Һулға йөрөгән ирҙе тәүбәгә килтерергә теләйһегеҙме?
Һулға йөрөгән ирҙе тәүбәгә килтерергә теләйһегеҙме?

Бының өсөн: ҡатын-ҡыҙ сабына торған миндекте боҙҙай һалҡын һыуға тығып алырға, шунан ул һыуҙы мунса ишегалдына түгергә һәм был хаҡта бер нәмә лә белмәгән ирҙе мунса төшөп, сабынырға ебәрергә тейеш.

22 ҡарай төндә ингән төшөгөҙгә иғтибар итегеҙ, сөнки улар ысынға аша, тип һанала. Насар төш күрһәгеҙ, беркемгә лә һөйләмәгеҙ, шулай итһәгеҙ, күңелһеҙлектәр урап үтер.

22 ғинуарҙа фәҡирҙәрҙе ашатҡан, хәйер биргән кешегә уңыш йылмайыр.

Финанс проблемалары башланмаһын бөгөн эшһеҙ ултырмағыҙ. 22 ғинуар ялкауҙарҙы яратмай.

22 ғинуарҙа ғәйбәт һөйләгәндәрҙең, башҡаларҙы рәнйеткәндәрҙең барлыҡ насарлығы үҙҙәренә ҡайтасаҡ икән. Бөгөнө кейемгә төймә тегеүҙән тыйылып тороғоҙ, күңелһеҙлектәр йәбешмәҫ.

Бәләләрҙе урап үтер өсөн был көндө боронғолар юлға сыҡмаҫҡа тырышҡан. 

 

https://kiziltan.ru/articles/kyzyk-news/2026-01-21/sulga-y-rg-n-irne-t-b-g-kitererg-telisezme-4544561

Автор:
Читайте нас