Бөгөн дә аяғүрә баҫып стена сәғәтемә ҡараш ташланым. Аптыраҡ , ул — туҡтаған!
Һүрәм көн яҡтыһы күптән тау артына тығылып, бына - бына ерҙе нурға сорнарға йыйына, ә ул(сәғәт)төнгө икегә яҡынлаған да, бер аҙым етер етмәҫ шымған.
"Кистән генә һин дә мин эшләп тора ине лә һаң!"
Ғүмер сәғәте...
Ул берәү генә.
Туҡтап ҡалһа, кире ҡуҙғатыу сараһы юҡ. Ҡасан туҡтарын, ҡайһы аҙымға етмәй, йә ҡайһы үр артында өҙөлөрөн дә бер кем белмәй.
"Аһ, кисә генә арыу ғына йөрөп ята ине лә ?!"- тиер күптәр.
Ғүмер сәғәте — стена сәғәте түгел шул...
"Илаҡ ямғырҙар" төркөмөнән.