Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһи вә сәлләм үҙенең хәҙис-шәрифтәрендә: "Раббыбыҙ Аллаһтан берәй нәмә һорар алдында изге эш ҡылығыҙ", тип әйтә. Саҙаҡа биреү, уны таратыу изге ғәмәлдәрҙән һанала. Хәйер таратҡас, беҙ ҙә, доға ҡылып, "Йә, Раббым, шуны бир, быны бир", тип, Раббыбыҙ Аллаһтан һорайбыҙ. Шуға күрә саҙаҡа өләшеү бик мөһим һәм күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙән һанала.
Ашка ҡунаҡ булып килгән кеше саҙаҡа таратыр алдынан хужаның рөхсәтен алырға тейеш. Сөнки ҡайһы бер аштарҙа хужа таратҡан саҙаҡаға - айырым, ҡунаҡтарҙыҡына айырым доға ҡылына. Ҡайһыберҙәрендә барлыҡ хәйер таратыусылар өсөн бер доға уҡыла. Хужа ҡаршы килмәй икән, ҡунаҡ булып килеүселәрҙең хәйер таратыуы ярамаған эш түгел.
Фото: рixabay