0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Февраль , 11:45

Яҙ иртә килерме?

16 февраль көндө епшек булһа, яҙ иртә килер һәм йылы булыр, тигән һынамыш бар халыҡта. Кисә лә, бөгөн дә көн йылы, аяҡ аҫты еүеш, урыны менән һыу йыйылып ята, тимәк, яҙ иртә киләсәк.Синоптиктар фараздарына ла ҡолаҡ һалайыҡ әле.Аҙна башында республикала ямғырлы йылы һауа торошо һаҡланасаҡ һәм боҙлауыҡ буласаҡ. Аҙна уртаһына был циклондың тыл өлөшөндә һауа температураһы түбәнәйәсәк.

Яҙ иртә килерме?
Яҙ иртә килерме?

"Башгидрометүҙәк" фараздарына ҡарағанда, бөгөн, республикала һауа шарттары ҡырҡа насар буласаҡ. Урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран һәм ҡар көрттәре барлыҡҡа килеүе көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы +2, -3 градус буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан иҫәсәк.

Иртәгәнән, 17 февралдән башлап, метеорологтар ямғыр ҡатыш епшек ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ  вәғәҙә итә. Тимерсыбыҡтарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, уртаса, урыны менән көслө ел сығасаҡ. Һауа температураһы төндә 0 градустан -5 градусҡа тиклем, көндөҙ +3 тән -2 градусҡа ҡәҙәр буласаҡ.

Фото: ufacitynews.ru

Автор:
Читайте нас