4. Ҡул-аяҡтарыңды һәм башҡа тән ағзаларыңды гонаһлы эштәрҙән һаҡла. Харам йә шикле аҙыҡ ашамайһыңмы — шуны ҡара. Юғиһә, көн дауамында хәләл ризыҡтан баш тартып йөрөп, аҙаҡ, ифтар ваҡыты еткәс, эсен харам ризыҡ менән тултырыусы тураһында ни әйтергә?
Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә:
"Бәлки, ураҙа тотоусыға уның ураҙаһынан асығыуҙан башҡа бер ни тәтемәйҙер", — тигән (Ибн Мәджәһ, сахих).
Ғалимдар, Пәйғәмбәрҙең был һүҙҙәрен аңлатып, шундай фекерҙәр әйткән:
1) Һүҙ — ураҙанан һуң харам аҙыҡ менән ауыҙ асыусы тураһында.
2) Һүҙ — үҙе ураҙала булып та, кешеләр хаҡында ғәйбәт сәйнәүсе һәм, шулай итеп, ул кешеләрҙең ите менән "ауыҙ асыусы" тураһында (кемдер тураһында ғәйбәт һөйләү уның итен ашау менән бер).
Сөнки Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә:
"Берәүҙәрегеҙ икенселәрегеҙ тураһында ғәйбәт һөйләмәһен. Берәйегеҙ үҙенең үлгән ҡәрҙәшенең итен ашарға теләр инеме?"
— ти (Ҡөрьән, "Бүлмәләр" сүрәһе, 49:12).
3) Һүҙ — тән ағзаларын ярамағандан тыймаған кеше тураһында.
5. Ауыҙ асыу ваҡыты еткәндә самаһыҙ күп ашаныу ҙа һәйбәт түгел. Хатта тамаҡ хәләл аҙыҡтан ғына торған хәлдә лә. Сөнки, бәғзе хәҙистәрҙән белеүебеҙсә, Аллаһты ныҡып тултырылған ашҡаҙандан да нығыраҡ нәфрәтләндереүсе бүтән һауыт юҡ.
Ҡайһы берәүҙәр, махсус, Рамаҙан өсөн тип, башҡа айҙарҙа бер ашамағанын һатып ала йә бешерә башлай: бер көн был нәмә, икенсе көн икенсе яңы нәмә... Иртәгә ниндәй яңы нәмә бешерергә икән, тип бөтә көндәрен шуны әҙерләүгә бағышланғандар ҙа бар. Был ай — ҡорһаҡ байрамы йә тамаҡ ашап рәхәтләнә торған ай түгел, туғандар.
Ураҙаның маҡсаты — нәфсене ауыҙлыҡлап, ғәҙәттәге ашаған нәмәләрҙе лә ашамай йөрөп, рухыбыҙҙы нығытыу, уны таҙартыу, изге эштәр өсөн тәрбиәләү.
6. Ураҙа бөтөп, ауыҙ асҡандан һуң, кешенең йөрәге өмөт менән ҡурҡыу араһында булырға тейеш. Сөнки кеше белмәй: ураҙаһы ҡабул булып, Аллаһтың яратҡан ҡолдарынан яҙылырмы ул, әллә, киреһенсә, ураҙаһы кире ҡағылып, Аллаһ нәфрәтләнгәндәр араһына эләгерме?
Был шулай уҡ бүтән изге эштәргә лә ҡағыла. Ураҙа тотам, намаҙ уҡыйым, саҙаҡа бирҙем, тағы ниндәйҙер яҡшы эш эшләнем, тип маһайып, башҡаларға өҫтән ҡарап йөрөргә ярамай. Барыһы ла — тик Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән генә.
"ӘлхәмдүлиЛләһ, мосолманмын", тип, "әлхәмдүлиЛләһ, Аллаһ миңә изге эштәр ҡылырға форсат бирә", тип шөкөр итергә кәрәк. Һәм, әлбиттә: "Ҡылған ғибәҙәтемде, эшләгән яҡшы эштәремде Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен ине", тип доғала булайыҡ.