Икенсенән, беҙ мохтаждарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлай башлайбыҙ. Йыл дауамында теләһә ҡайһы ваҡытта ашарға мөмкинлегебеҙ бар, әммә Рамаҙанда беҙ аңлы рәүештә ашауҙан тыйылабыҙ. Шулай ҙа кискеһен бындай мөмкинлегебеҙ бар. Һәм шул ваҡытта беҙ йыл буйына ошондай мөмкинлектән мәхрүм булған кешеләр тураһында уйлай башлайбыҙ. Уларҙың хәле бөтөнләй башҡаса икәнен тоябыҙ.
Сәхәр беҙҙе тәртипкә өйрәтә. Әгәр ҙә сәхәргә уяна алабыҙ икән, тимәк, иртәнге намаҙға ла тора алабыҙ.
Ә ифтар беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ифтар беҙгә теүәллекте (пунктуаллек) өйрәтә. Сөнки донъяла унан да теүәл башҡа сара юҡ. Һәр кем ифтар ваҡытын минутына һәм секундына тиклем белә. Барыһы ла телефонға ҡарап, сәхәрҙең ҡасан бөтәһен секундлап һанай. Тимәк, ураҙа беҙҙе теүәл һәм дисциплиналы булырға әйҙәй.