Тәүге шыуыу ҡорамалдарын – эре хайуан һөйәктәренән ал яғы бөгөлгән шаҡмаҡлы рам формаһында эшләгәндәр. Аяҡҡа ҡайыш менән беркетелгән. Ә бына саңғы спорты Норвегияла, Телемарк провинцияһында барлыҡҡа килә. Ысынлап та, ошо уҡ провинцияға ҡараған Моргедаль ҡалаһы саңғы спортының бишеге булараҡ билдәле. Был тирәләге ҡарҙың күплеге, ҡыштың оҙон булыуы сәбәпле, урындағы халыҡ өсөн берҙән-бер хәрәкәт итеү сараһы саңғы булған. Ҡайҙа ғына – һунарға, йәрминкәгә, күрше ауылға ҡунаҡҡа барырға йыйынһалар, бөтә ерҙә тик шыуып йөрөгәндәр. Бына шулай, әгәр ҙә һеҙ саңғыны заман спорты тип иҫәпләйһегеҙ икән, яңылышаһығыҙ. Сөнки 1767 йылда уҡ Норвегила тәүге саңғы ярыштары ойошторолған.