0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март , 10:30

Рамаҙан һәм сәләмәтлек

Рамаҙан айында ураҙа тотоу ике донъя именлегенә килтерә. Ураҙалағы кешенең ике шатлығы булыр – ифтар ваҡытында һәм был ғәмәле өсөн әхирәттә әжер-сауап алғанда. Рамаҙанда ураҙа тотоусылар мәрхәмәтлерәк була башлай, инде ас тороу хисен кисергәс, мохтаждарға ярҙам итеү теләге уяна.

Рамаҙан һәм сәләмәтлек
Рамаҙан һәм сәләмәтлек

Ураҙа тотоусының иманы нығый, гонаһтарҙан да ситләшә. Юҡ-бар бәхәстәрҙә ҡатнашыу ҙа уны инде ҡыҙыҡтырмай.

Ураҙа кешене рухи яҡтан ғына сафландырып ҡалмай, ә тән сәләмәтлеген дә нығыта. Рамаҙан айында кеше, ураҙа тотоп, үҙен ризыҡтан сикләй, һөҙөмтәлә йөрәккә ауырлыҡ әҙерәк була, баҫым да төшә.

Ашамай торғанда холестерин күләме кәмей, ҡан әйләнеше нормалләшә. Шунлыҡтан ашамай тороу ҡан тамырҙары сирҙәре менән интегеүселәр өсөн бик тә файҙалы.

Ураҙа тотоу артыҡ һимереүҙән дә һаҡлай.

Шулай уҡ, ревматизмды дауалағанда ла ярҙам итә, сөнки быуындарға төшкән ауырлыҡ кәмей.

Ураҙа аллергия һәм респиратор-бронхиаль сирҙәрҙән дауаланыусылар өсөн дә файҙалы булыр. Бигерәк тә бронхиаль астманан интегеүселәр шифа табыр.

Фото: https://ya.ru/images/

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас