— Тамағыңды әҙерлә лә, шәмде тоҡандырырһың. Балалар тамаҡ һораһа, уларҙы йоҡлат, — ти ир.
Ҡатын, ашарға әҙерләп, утын тоҡандыра ла, балаларҙы йоҡлата. Шунан, шәмде йүнәткән кеше булып тора ла, уны һүндерә. Һәм ҡараңғыла улар, [булған ғына тамаҡты ҡунаҡҡа биреп, үҙҙәре буш һауыттар менән] уның алдында ашағанға һалышып ултыралар һәм шулай ас килеш йоҡларға яталар.
Икенсе көн иртәнсәк был сәхәбә Аллаһ рәсүле янына килгәс: "Төндә Аллаһ һеҙҙең икегеҙҙең ул эшләгәнегеҙгә ғәжәпләнеп көлдө", — ти уға Пәйғәмбәр. Һәм шул саҡ Аллаһ Тәғәлә: "Улар үҙҙәренә ҡарағанда башҡаларға өҫтөнлөк бирә — хатта ул нәмәгә үҙҙәре ныҡ мохтаж булһа ла. Кем нәфсеһенең һаранлығынан имен ҡалған, шулар уңышҡа ирешеүселәр", — тигән аят төшөрә (Ҡөрьән, 59:9).
Әл-Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис.