Балаларға ғына түгел , беҙгә лә елле һорау әле был, ә уның яуабы , сиселеше хәҙистә.
Әбү Һөрәйрәнән, Аллаһ унан риза булһын, еткерелә - пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу-ғәләйһис-сәлләм әйткән:"Әгәр себен һеҙҙең ризыҡҡа (шыйыҡ) төшһә, уны, себенде, иң беренсе сиратта, шул ризыҡҡа сумырып алығыҙ, сөнки себендең бер ҡанатында - ыу, икенсеһендә - дарыу, йәғни береһендә - ауырыу, икенсеһендә - шифа" (Бохари, 2-се том, 11-се бүлек, 1161(3320)-се хәҙис).
Үәт, йәмәғәт, себендең себенендә хикмәт бар. Ризыҡты түкһәң, исраф (бәлки, шунан башҡа ризығың да юҡтыр), ә сумырып алһаң, дарыу менән ыу ҡушылып, нейтралләшә, ашап-эсеүгә зарарһыҙ була - себен ашығыҙға төшһә, сумырмай алып быраҡтырырға ашыҡмағыҙ, йәмәғәт!