-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март , 14:45

Апрелдә +25 градус йылы була, ти...

Бындай фараздарға ышанырғамы, юҡмы? Сөнки синоптиктар яҙ иртә килә, март йылы була, февраль аҙағында уҡ +4 булып, ямғыр яуасаҡ, тип хәбәрләгәйне. Уларҙың береһе лә тормошҡа ашманы, шикелле. Әле килеп, яҙҙың икенсе яртыһы аномаль була, тиҙәр.

Апрелдә +25 градус йылы була, ти...
Апрелдә +25 градус йылы була, ти...

Яҙҙың тәүге айының һуңғы көндәрендә ҡапыл йылыта, термометр бағанаһы +10 градусҡа тиклем күтәрелә. 

“Фобос” үҙәге синоптиктары ентекле фараз бирҙе. Рәсәй метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, “плюслы” һауа температураһы көндөҙ 29 мартта билдәләнәсәк. 28 һәм 29 мартта ямғыр яуыуы көтөлә. 29 марттан 2 апрелгә тиклем көндөҙ +8, +10 градус булыуы фаразлана. 4 һәм 5 апрелдә һауа +15, +16 градусҡаса йылына. Төндә 0-дән -2 градусҡаса һалҡын буласаҡ. 6 апрелдән 12-һенә тиклем көндөҙ +9-13 градус булыуы көтөлә. 13 апрелдән көндөҙ +3, +5 градусҡаса һалҡынайта.

Төндә плюс температура апрелдең икенсе яртыһында билдәләнәсәк. 20 апрелдән һуң көндөҙ +25 градусҡаса, төндә +7 градусҡаса йылыта.

Фото: ru.pngtree.com

https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-03-09/apreld-25-gradus-yyly-bula-4607341

Автор:
Читайте нас