-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март , 15:35

Ҡәҙер кисендә ниндәй доға ҡылырға?

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм дә: «Әгәр әлеге мөбәрәк кисен табырға теләһәгеҙ, уны Рамаҙандың һуңғы 7 таҡ төнөндә эҙләгеҙ», - тигән.

Ҡәҙер кисендә ниндәй доға ҡылырға?
Ҡәҙер кисендә ниндәй доға ҡылырға?

Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә риүәйәт ҡылыуы буйынса, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм Рамаҙан айының һуңғы 10 төнөн йоҡламайынса ғибәҙәттә үткәргән булған, ғибәҙәтендә ғәҙәттән тыш тырышлыҡ күрһәтеп, шул дәүерҙә ҡатындарын да уятҡан һәм уларға был ваҡытта (яҡынлыҡ) һис тә ҡылмаған.

Ҡасан да булһа мөьминдәр әсәһе Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдән һораны: «Әгәр мин Ҡәҙер- кисен белһәм, ул кистә ниндәй доға ҡылайым?»

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм яуап итеп уға: «Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн, түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәнни » («Йә Аллаһ, дөрөҫлөктә Һин  ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, минең гонаһтарымды ғәфү ит»), – тигән доғаны өйрәткән.

Автор:
Читайте нас