-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март , 11:55

Ғаиләгеҙ ишәйергә оҡшап тора, буғай?

Әлиә Төхвәтуллина-Ҡарасурина был миҙгелгә планлаштырылған концерттарының булмауын хәбәр итте. Был ҡарар йырсының һаулығы менән бәйле. Ҡазандағы тамашаһында ла Әлиәнең хәле насарайып киткән, йырсы концерттың беренсе бүлеген генә йырлап сыға алған, ҡалғанын уның тормош иптәше Ришат Төхвәтуллинға дауам итергә тура килә.

Ғаиләгеҙ ишәйергә оҡшап тора, буғай?
Ғаиләгеҙ ишәйергә оҡшап тора, буғай?

“Сәләмәтлегемде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғым килмәй, шуға күрә бер аҙ ял итергә булдым. Өфөләге концертыма тиклем һауығырға ине. Ҡалғандарына барып тормам. Һаулығым мөһимерәк”, – тигән йырсы был хаҡта.

Халыҡ та тик ятмай: “Әллә икенсегә әсәй булырға йыйынаһығыҙмы? Ғаиләгеҙ ишәйергә оҡшап тора, буғай? Һеҙҙең өсөн бик  шатбыҙ”, – тигән комментарийҙар ҡалдырған йырсының сәхифәһендә.

Фото: ufa1.ru

Автор:
Читайте нас