-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март , 13:00

Александр Зацепинға — 100 йәш!

10 мартта легендар композитор Александр Зацепин 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Оҙайлы ғүмере эсендә Зацепин 300-ҙән ашыу йыр яҙған, күптәре шлягерҙар: «Песня о медведях», «Песня про зайцев», «Остров невезения», «Помоги мне…», «Есть только миг», «Куда уходит детство», «Волшебник-недоучка», «Мир без любимого» кеүек йырҙарҙы әле булһа яратып йырлайбыҙ. Маэстро симфоник музыка ла яҙа, бер нисә сюит, балет, мюзиклдар ижад итә. Ошондай олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем эшләүен һәм заманса технологияларҙы үҙләштереүен дауам итә.

Александр Зацепинға — 100 йәш!
Александр Зацепинға — 100 йәш!

Әлеге мәлдә Леонид Гайдайҙың «Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра» фильмы мотивтары буйынса мюзикл өҫтөндә эшләй.  Һуңғы ваҡытта уға ошо йүнәлеш нығыраҡ оҡшай икән. Киләсәктә берәй ҙур әҫәр эшләп сығарырға хыяллана композитор: «Пландарым бик күп. Миңә күпме ебәрелгәнен берәү ҙә белмәй. Әгәр барыһын да эшләп өлгөрмәһәм, тимәк, яһалма интеллект эшләп бөтөрәсәк», - тип шаярта музыкант.

Фото: tass.ru

Автор:
Читайте нас