Тәмәжниктәр быны аңлайҙыр, тәмәке фильтры юғары сифатлы мамыҡтан эшләнә — ҡошсоҡтар өсөн бынамын тигән дезинфекциялы матрац.
Тик ҡоштар тағы ла тәмәке составында булған 9 төрлө зарарлы матдәләр барлығын беләме икән? Улар: никотин, ыҫмала, углекислый газ, көкөртлө водород, ацетон, аммиак, синиль кислотаһы, ксилол, көкөртлө газ. Әйткәндәй, никотиндың 1 генә грамы атты үлтерә тиҙәр.
Улай тиһәң, ата ҡоштар юҡҡа ғына фильтрлы төпсөктәрҙе ояһына килтермәйҙер. Моғайын, фильтр менән ҡошсоҡтарын зарарлы матдәләрҙән аралау ысулын тапҡандарҙыр...
Фото: zmescience.com