+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Март , 15:05

Дроздов бабайыбыҙ ҡайҙа юғалды?

Мартта легендар алып барыусы Николай Дроздов 88 йәшен тултырҙы. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яман шеш менән көрәшә. Ике йыл элек Дроздовҡа икенсе стадия простата биҙе яман шеш диагнозы ҡуйыла. Ул ауырыуға ҡаршы гармональ терапия үтеп, ныҡлы ремиссияға ирешкән.

Дроздов бабайыбыҙ ҡайҙа юғалды?
Дроздов бабайыбыҙ ҡайҙа юғалды?

Әммә параллель рәүештә остепороздың ауыр формаһы үҫә бара, уны биш йыл элек асыҡлағандар. Ауырыу һөлдәнең ныҡ деформацияһына һәм умыртҡалыҡтың ултырыуына килтергән. Шул арҡала алып барыусы һиҙелерлек буйын юғалтҡан. Элек 180 см самаһы булһа, әле 162 см тирәһе. Ныҡ ябыҡҡан һәм тулыһынса тиерлек сәстәрен юғалтҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта йөҙөндә әүәлгесә киң, ихлас, тамашасылар телевизион тапшырыуҙар аша иҫләгән йылмайыуын юғалтмаған. Ауырымағыҙ, легенда!

Фото: /ya.ru/images/

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас