+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Апрель , 14:10

Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле булыр

(һынамыштар) * 6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа - һыуыҡҡа.* 7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.* 8 апрель ниндәй булһа, 8 октябрь ҙә шундай.

Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле булыр
Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле булыр

* Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.
* Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
* Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
* Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы - йылы йәйгә.
* Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.
* Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
* Сыйырсыҡ иртә килһә, көндәр йылы булыр.
* Ағастар бөрөләрен аҫтан яра башлаһа, яҙ тиҙ килә.
* Апрель аҙаҡтарында йылы ямғырҙар яуһа, игендәр яҡшы булыр.

*23 апрелдә иртә менән ысыҡ мул төшһә, бойҙай уңыр.
*Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, яҙғы ашлыҡ бик уңыр.
*Апрель аҙаҡтарында йылы ямғырҙар яуһа, игендәр яҡшы булыр.

 

Автор:
Читайте нас