Емештәрҙе нисек тиҙерәк өлгөртөргә?
Әгәр өйөгөҙҙәге еләк-емештәр бешеп өлгөрмәгән икән, уны тиҙләтергә мөмкин. Емеште төнгөлөккә бер алма менән ҡағыҙ пакетка төрөп ҡалдырығыҙ. Алмала этилен газы бар, ул тереклек көсө биргән эффектҡа эйә.
Кишер менән һуғанды нисек алтынһыу төҫкә кертергә?
Кишер һәм һуған тиҙерәк алтынһыу төҫкә инһен өсөн ҡыҙҙырғанда бер семтем шәкәр һибергә кәрәк. Әгәр һуған ғына ҡыҙҙырылһа, төҫө матур булһын тиһәгеҙ, уға аҙ ғына он һибергә була.
Ҡыяр тиҙерәк тоҙланһын өсөн ни эшләргә?
Әгәр өйҙә тоҙло ҡыяр ашағығыҙ килеп, көтәһегеҙ килмәй икән, процессты тиҙләтергә мөмкин. Бының өсөн йәшелсәнең ике яҡ осон ҡиҫеп алырға йәки бер нисә урынға сәнске ҡаҙарға ғына кәрәк.
Помидорҙы ҡабығынан тиҙ генә нисек таҙартырға?
Был эште тиҙ генә атҡарырға була. Помидорҙы ҡайнар һыуҙа бер нисә минутҡа ҡалдырыу кәрәк. Тиреһе еңел генә һыҙырылып төшәсәк.