+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Апрель , 14:55

ҠУЙЫН ДӘФТӘРҘӘРЕНӘН

(Тегенән-бынан уҡып, теркәп ҡуйылғандар) Кемдер ауырыуға һалыша, кемдер ауырыуға һабыша.* * *Һәр иҫәр үҙен аҡыллыға иҫәпләр.* * *Иркен донъяға ла һыя алмаған бәндәләр бар.* * *Беҙ зарланған тормош - кемгәлер төш.* * *

ҠУЙЫН ДӘФТӘРҘӘРЕНӘН
ҠУЙЫН ДӘФТӘРҘӘРЕНӘН

Үҙ тарихын боҙоп яҙған халыҡ бара-бара юҡҡа сыға.
* * *
Сөм ҡара тупраҡлы бураҙналарыбыҙға уңдырышлы тос орлоҡтар ғына төшһөн, тик бомбалар яумаһын.
* * *
Кемде хур күргән, шуға зар булған.
* * *
Күп этләшкән ике аяҡлы эткә әйләнә.

 

Тәлғәт Шаһманов.

Автор:
Читайте нас