+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Июнь 2022, 12:00

Ҡафтау йолалары һәм Әбүбәкир ҡарт мәҙәктәре

Ҡафтау мосолмандарының үҙҙәренә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәре, әхләҡ – ҡанундары, тормош-көнкүреш һәм тәрбиә ысулдары ифрат та күп. Ҡафтау килене булараҡ, мин ҡафтаулыларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен ихлас ҡабул иттем.

Ҡафтау йолалары һәм Әбүбәкир ҡарт мәҙәктәре
Ҡафтау йолалары һәм Әбүбәкир ҡарт мәҙәктәре

Дөрөҫөн әйткәндә, бындай ыңғай тәртип ҡәғиҙәләре беҙҙең халыҡҡа ла, башҡорттарға ла ят түгел. Беҙҙең ата-бабайҙар ҙа шундай уҡ тәртипкә өйрәткәндәр.
Үҙем менән булған бер хәлде миҫалға килтерәйем әле. Килен булып төшөп йәшәй башлағас, миңә бер күрше ҡатыны һорау бирә: “Һин, ти, нишләп иреңдең ағалары уларҙың ҡатындары менән, һүҙ ҡушып һөйләшеп йөрөйһөң? Улай ярамай бит”. Баҡтиһәң, килен кеше ғаиләлә үҙенән өлкәндәр менән тик ымлап ҡына аңлашырға тейеш икән. Уныһын миңә иптәшем иҫкәртмәгәйне: Мәскәү кешеһенә ярар, өндәшмәйек, тигәндәрҙер инде. Бындай ымлап һөйләшеү байтаҡ ваҡытҡа тиклем (бер ай, ике ай, ярты йыл) булыуы мөмкин, ҡыҫҡаһы, махсус рөхсәткә тиклем. Ә рөхсәт итеү көнө аҡһаҡал тарафынан билдәләнә һәм ул ваҡиға бәләкәй генә туй сифатлы итеп, өлкәндәрҙе йыйып, мәжлес яһап үткәрелә. Һәм ошо көндән башлап киленгә ауыҙ асып һүҙ һөйләү, ғөмүмән, һүҙ менән аралашыу рөхсәт ителә. Әйткәндәй, башҡорттарҙа ла әүәле шулай булған. Уҡығаным да бар ине, әсәйем дә һөйләй торғайны. Ә бына, мәжлес йыйып, махсус рөхсәт биреү йолаһын белмәйем.
Был йоланың кире яғы ла булғылай.
Шулай бер киленгә ауыҙ асырға рөхсәт булғас, уның бер туҡтауһыҙ һөйләшергә яратыуы асыҡланған. Һөйләшергә һыуһап йөрөгән килен, ауыҙы асылыу менән, төрлө ауыл хәбәрҙәрен, үҙ хәлдәрен өлкәндәргә ҡушылып, бер ҙә тартынмай, хатта үҙе һүҙ башлап, ләстит һатырға яратыусы килен булып сыҡҡан. Уның был даны аҡһаҡалдарға ла барып еткән. “ Йә, Аллаһ, Аллаһ, был килендең ауыҙын киренән яптырыр өсөн тағы бер һарыҡ һуйып, мәжлес йыймай булмаҫтыр, ахыры,” - тигәндәр аҡһаҡалдар.
Ымлашып һөйләшеү, әлбиттә, уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, аңлашылмау­сылыҡтар ҙа булғылай торғандыр. Ошо сәбәпле төрлө сетерекле, мәҙәк, хатта анекдот итеп 

һөйләрлек хәлдәр булғанын беләм. Ҡыҙыҡ өсөн бер миҫал килтерәйем.
Төн. Әбубәкир ҡарттарҙың һыйыры быҙауларға тейеш. Көнө килеп еткән. Ваҡыты-ваҡыты менән уның янына сығып, күҙ һалып тороу кәрәк. Юғиһә һыйыр быҙауын тапауы, йә иһә сыуынын ашауы мөмкин.Ҡайната менән килен алмашлап йөрөйҙәр. Ниһайәт, шатлыҡлы йөҙ менән килен йүгереп килеп инә. “Йә, кем? Үгеҙме, орғасымы?” ¬ тип һорай һала ҡарт, ашығып. Килен, быҙауҙың орғасы икәнен белдерер өсөн, үҙенең зат еренә һуғып күрһәтә. “Йә раббым, әлдә үгеҙ булмаған, юҡһа киленем минең зат еремә һуғып күрһәтер ине”, тип, малы янына сығып китә Әбүбәкир ҡарт.

***
Ҡафтау халҡында йылҡы-ат малына иғтибар айырыуса ҙур. Ғәҙәттә, хужалыҡ атһыҙ булмай.
Ир-егет ат тоторға, ат менән дөрөҫ мөғәләмә итергә тейеш. Бындай һөнәргә йәки ғәҙәткә ир бала йәштән, хатта бәләкәйҙән өйрәтелә: 4-5 йәше тулыу менән атҡа атландырыла. Аты булмаған ир ярлыларҙан, фәҡирҙәрҙән, йәки ат тоторға ҡулынан килмәгәндәрҙән һанала. Беҙҙең Әбүбәкир бабайҙың да, бер аты ни сәбәптәндер ятып үлгәс, күп йылдар аты булмай торған. Бик ҡайғырған, борсолған ҡарт. Ниһайәт, күршеһе, баҙарға сығып, ат ҡарап ҡайтырға тәҡдим яһаған. Ҡарт ҡыуанып риза булған. Оҙаҡ йөрөгәндәр, оҙаҡ һайлағандар, оҙаҡ һатыулашҡандар: ҡыйбат һорайҙар, бабайҙың кеҫә йоҡараҡ. Ғәҙәттә, баҙар аҙағында хаҡтар түбәнәйә төшә. Көтә биреп йөрөй торғас, малын үҙе үк тәҡдим итеп торған бер хужаға тап булғандар, хаҡын да килешкәндәр, атты етәкләп, ҡайтыу яғына сыҡҡандар.
– Әллә атыңа атланаһыңмы? – ти икән күршеһе.
– Юҡ, – ти бабай, – атты арытмайыҡ, ауыл уртаһынан үтәһе бар бит әле.
Шулай, атты етәкләп, ауылға ла килеп еткәндәр ҡарттар.
Әбүбәкир, ауылдың осона инеү менән, атына менеп, ауыл уртаһынан үтмәк булған. Ауылда ни бер-береһен белмәгән кеше юҡ. Осраған бере, ауылдашын ҡотлап, афарин ҡысҡырып ҡала. Бер ҡорҙашы, ҡарттың ай-вайына ҡуймай, туҡтап сәй эсеп сығырға саҡыра. Атын ҡапҡаға бәйләп, Әбүбәкир сәйгә инә. Сәй ҙә оҙаҡҡа һуҙыла, һүҙ артынан һүҙ оҙатып, баҙар хәлдәрен һөйләй торғас, ваҡыт та байтаҡ үтеп китә. Әбүбәкир, амин тотоп, ҡайтырға сыға, ҡорҙашы, оҙатып, ҡапҡа асайым тиһә, ни күҙҙәре менән күрһендәр – ат йығылып үлеп ята... Әбүбәкир нишләргә белмәй. Ҡорҙашы уны тынысландырырға тырышып:
– Ярай инде, туған, хафаланма, башҡа килгән ҡайғы түгел, ни булһа ла, атыңды күрҙеләр, “Әбүбәкирҙең дә дә аты бар ине” тиерҙәр.
– Ҡарт: “Уныһы ла дөрөҫ”, тип, риза булған.

***
Бер мәл Әбүбәкир ҡарт һис көтмәгәндән ишәген юғалтҡан. Ишәк ишәк инде, ат түгел шул, хужаһынан айырылһа, әйләнеп ҡайтыу яғына зиһене етмәй. Балтаһы һыуға төшөп, ҡаштары йыйылып, илай яҙып ҡайтып килгәнен күреп, күршеһе хәлен белмәк булды:
– Йә, ҡорҙаш, ни булды тағы ла?
– Хәлем мөшкөл, туған, мөшкөл. Атымдың ятып үлеүе етмәгән, инде хәҙер ишәгем юғалды. Бына өс көн инде таба алмайым.
– Ярай инде, ул тиклем хафаланма, ул бермә-бер була торған хәл. Ярай әле үҙең ултырып китмәгәнһең, юҡһа ишәгең менән бергә үҙең дә юғалып, харап булыр инең.
– Уныһы ла дөрөҫ, тип ризалашҡан Әбүбәкир ҡарт.

***
Һөйләһәң һүҙ, төртһәң күҙ, тигәндәй, һөйләйем тиһәң, Әбүбәкир бабайҙың мәҙәк хәлдәре күп инде ул. Тағы берәүһе иҫемә килеп төштө. Уныһын үҙе һөйләне: “ Йәш сағым ине, ти. Һалдатҡа алыныу ваҡытың еткән, тип, пависка ебәргәндәр, ти, йәнәһе саҡырыу ҡағыҙы була инде... Киттем, барып индем, һаулыҡ һораштым, исем, фамилиямды әйттем. Милләтең кем, тип, һоранылар. “Абазин”, тинем.
– Кем, кем? – тип ҡабат-ҡабат һоранылар (унда башлыса урыҫтар ултыра бит инде). Мин дә ҡабат-ҡабат шул уҡ яуапты ҡабатланым.
– Ул ниндәй милләт ул? Обизиан тиһәң, обизиан түгел, асығыраҡ әйт, – тиҙәр.
Шунан икенсеһе:
– Ниндәй милләткә яҡын милләтең? – тип һорай.
Мин әйтәм:
–Черкесҡа. Беҙ почти бер туған халыҡ.
– Ярай улайһа, черкес, тип яҙырбыҙ, – тинеләр тегеләр.
Былар ныҡышҡас, риза булып сығып киттем. Ә шулай ҙа күңелем тыныс түгел, йөрәгем алҡымыма тығылды: нисек инде мин, үҙемдең милләтем була тороп, икенсе милләтте яҙҙырып киттем, бына иҫәр. Юҡ улай булмай, хатаны төҙәтер кәрәк, тип, кире киттем. Үҙемсә ғәфү үтендем дә, былай тинем:
– Яҙһағыҙ яҙығыҙ черкес тип, әммә былай тип өҫтәп ҡуйығыҙ: черкес, но чуть-чуть лучше!

Земфира СӘХИПОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: