+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
24 Июнь 2022, 12:00

Ҡурҡыныс януар

(Эсһәң шарап - эшең харап!) Һинд әкиәте Әҡбәр атлы падишаһ йыш ҡына үҙенең күңеленә яҡын ярандарын йыйып ала ла, гәп һатырға ярата икән.

Ҡурҡыныс януар
Ҡурҡыныс януар

Һүҙ ҡуйырғандан-ҡуйыра бара, шул арала Әҡбәр, башҡаларға һиҙ­ҙермәҫкә тырышып, көршәктән ниндәйҙер шыйыҡса уртлап ала, ти. Күберәк уртлаған һайын бының теле нығыраҡ көрмәлә, йөҙө ҡыҙар­ғандан-ҡыҙара. Йыйын юҡ-бар лы­ғырларға тотона. Әлбиттә, ярандары быны һиҙмәмешкә-күрмәмешкә һалыша. Әммә Бирбал атлы иң зи­рәк, иң аҡыллы үә иң тура һүҙле вә­зир бошаманға ҡала: нимә эсә икән ул падишаһ?
Бирбал нисек кенә булһа ла быны асыҡларға була.
Сирләгәнгә һалышып, Бирбал бер нисә көн падишаһ һарайына килмәй ҡала. Башта быға падишаһ әллә ни иғтибар итмәй. Әммә аҙна-ун көн үткәс, тынысһыҙлана башлай. Сөнки иң аҡыллы, иң зирәк вәзирһеҙ ил ме­нән идара итеү ҡыйынғараҡ төшә уға. Ярҙамсыһы менән кәңәшләшә лә, хәл белергә Бирбалдың өйөнә барырға ҡарар итә. Был хаҡта кемдер вәзирҙең ҡолағына төшөрә һәм Бирбал, өйөнән сыға ла, урауыраҡ юл менән падишаһ һарайына йүнәлә. Йәшенеп кенә падишаһтың ял бүл­мәһенә үтеп инә һәм теге хикмәтле көршәкте эҙләй башлай. Шаршау артындағы алтын биҙәкле һандыҡ төбөнән таба ул уны. Борон заманда Һиндостандың төньяҡ төбәктәрендә ирҙәр ҙә шәл ябынып йөрөгән була. Бирбал, теге көршәкте шәлгә төрә лә, тиҙерәк ҡайтыр яҡҡа ашыға.
Падишаһ иһә, Бирбалдың күптән түгел генә һарайға киткәнен белеп, уның өйөнән сығып барған була. Баҫҡыстан төшкән саҡта ул Бир­балды осрата.
– Ниңә һарайға барҙың? Шәл аҫтына нимә йәшерҙең? – тип төп­сөнөргә тотона падишаһ.
– Бер ни ҙә юҡ унда, – тип хәй­ләләшә Бирбал.
– Алдашма! Шәлеңдән нимәлер тырпайып тора лаһа! – Падишаһтың асыуы килә башлай.
– Бытбылдыҡ ул!
– Шаярма! Сығырымдан сығарма мине! Иң яҡын вәзирем тип тормам, башыңды сабып өҙөрмөн!
– О, бөйөк падишаһ, ат төрөлгән унда! Алаша!
– Күрәм, һин йәшәүҙән туйғанһың, ахыры!
– О, Йыһан хакимы ат түгел, фил ул!
– Тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә?
– О, Алланан өҫтөн зат, фил түгел, ишәк ул!
– Һуңғы тапҡыр һорайым: нимә йәшерҙең унда? Йә дөрөҫөн әйт, йә башың менән хушлаш!
– Шарап унда, шарап.
– Шундай тәртипле, итәғәтле әҙәм ҡулында – шарап?! – Аптырауҙан падишаһтың асыуы баҫыла төшкән хатта.
Һарайға улар бергә ҡайтҡан.
Ял бүлмәһенә килеп инһәләр, ни күрәләр: бөтә нәмә туҙып ята, һан­дыҡтың ҡапҡасы ҡайырып асылған, көршәк ғәйеп булған. Төшөнгән па­дишаһ: теге саҡ Бирбал уның шара­бын сәлдерергә килгән. “Ярай, бер көршәк эсемлек – әллә ни зыян түгел, ә бына юлда ул миңә ниңә юҡ-бар тәтелдәп килде икән?”
– Ҡарале, Бирбал, һин бер аҙ һа­лып алғанһың, ахыры. Шәлеңә шарап төрөлгән булған даһа, ә һин быт­был­дыҡ, ишәк, фил, тағы әллә нин­дәй хайуан тип алдайһың! Хикмәте ниҙә бының?
Бына ҡасан Бирбалға изге ниәтен тормошҡа ашырырға форсат сыға.
– О, Донъя хакимы! Мин айныҡ. Бая аталған бөтә хайуандар ҙа шәл эсендә ине. Башта, миндә бер ни ҙә юҡ, тинем. Бының хикмәте шунда: кеше, тәүге каса шарапты уртлау менән, тирә-йүндәге бер нәмәне лә шәйләмәй башлай. Бытбылдыҡ тиеүемдең хикмәте шунда: икенсе касанан һуң кеше бытбылдыҡ кеүек туҡтауһыҙ бытылдай башлай. Өсөнсө касаны ҡаплап ҡуйғас, ат кеүек кешнәп көлә башлай. Дүртенсе каса шарап уны, гүйә, филгә әүерелдерә: ул әйберҙәрҙе ватырға тотона. Би­шенсе каса иһә кешене ишәк итә: ул аҡылын юя, шул хайуандай аҡыра. Шуға ла минең һуңғы яуабым – шарап ине. Сөнки шарап – кешене төрлө хайуан ҡиәфәтенә индереүсе үҙе бер йыртҡыс зат ул.
Иғтибар менән тыңлай падишаһ вәзирен. “Бирбал әйткәс, хаҡ әй­тәлер, мине шараптан төңөл­дөрөргә тырыша булыр”, – тигән һөҙөмтә яһай ул. Вәзиренең изге ниәтен ба­һалап, уға бер һандыҡ алтын биргән, имеш, падишаһ.
Эйе, әкиәт инде был. Әммә әкиәттә һәр саҡ хәҡиҡәт була, шуны онот­маһаҡ ине беҙ, әҙәм заттары.

Р. МӘХМҮТОВ тәржемә ҡылды.

Фото: Pinterest

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: